Главное меню
Мы солидарны с Украиной. Узнайте здесь, как можно поддержать Украину.

Ответ

Обратите внимание: данное сообщение не будет отображаться, пока модератор не одобрит его.
Ограничения: максимум вложений в сообщении — 3 (3 осталось), максимальный размер всех файлов — 300 КБ, максимальный размер одного файла — 100 КБ
Снимите пометку с вложений, которые необходимо удалить
Перетащите файлы сюда или используйте кнопку для добавления файлов
Вложения и другие параметры
Проверка:
Оставьте это поле пустым:
Наберите символы, которые изображены на картинке
Прослушать / Запросить другое изображение

Наберите символы, которые изображены на картинке:

√36:
ALT+S — отправить
ALT+P — предварительный просмотр

Сообщения в этой теме

Автор Borovik
 - февраля 14, 2014, 08:14
Цитата: Пассатижи от февраля 14, 2014, 07:05
Валентин әүлиәһе көнө менән ҡотлайым барығыҙҙы ла!
;D
Изге Валентин булһа кәрәк
Автор Пассатижи
 - февраля 14, 2014, 07:05
Валентин әүлиәһе көнө менән ҡотлайым барығыҙҙы ла!
Автор Borovik
 - сентября 26, 2011, 15:31
Цитата: Zhendoso от сентября 14, 2011, 18:55
Цитата: Borovik от сентября 14, 2011, 18:30
...Сит телдәрҙән индерелер һүҙҙәргә килгәндә, минеңсә уларҙың кәрәклеге ҡайһы бер осраҡтарҙа, контексттарҙа юҡҡа сығыуы ла йыш ҡына осрай - башты эшләтеп, данлап уйлап ҡараһаң, тап башҡортса әйтеү юлы ла табыла торған
Согласен, ресурсы башкирского (как и остальных тюркских) далеко не исчерпаны. Но сложилась ситуация, что производные от исконных корней, образованные средствами своего языка, кажутся нам более неестественными чем заимствования из совершенно чужих (типа нейтральных). Надо ломать стереотипы.
Быныһын да тап дөрөҫ әйтәһегеҙ...
Бәхеткә, башҡорт теле япа-яңғыҙ түгел - тиҫтәләгән төрки телдәр һанынан бер нисәһе башҡортсаға бик тә яҡын, уларҙың тәжрибәһен өйрәнеү-үҙләштереү бик шәптән булыр ине.

Бығаса, тик татарсанан ғына ҡайһы бер неологизмдарҙы алып маташыуҙар булды - күбеһе уңышлы булып сыҡманы. Мәҫ. эйәрсен (тат. иярчен) һүҙе тегә тап ятманы - урыҫса спутник тип әйтеү беҙгә йәтешерәк күренә  :???
Автор Zhendoso
 - сентября 14, 2011, 18:55
Цитата: Borovik от сентября 14, 2011, 18:30
...Сит телдәрҙән индерелер һүҙҙәргә килгәндә, минеңсә уларҙың кәрәклеге ҡайһы бер осраҡтарҙа, контексттарҙа юҡҡа сығыуы ла йыш ҡына осрай - башты эшләтеп, данлап уйлап ҡараһаң, тап башҡортса әйтеү юлы ла табыла торған
Согласен, ресурсы башкирского (как и остальных тюркских) далеко не исчерпаны. Но сложилась ситуация, что производные от исконных корней, образованные средствами своего языка, кажутся нам более неестественными чем заимствования из совершенно чужих (типа нейтральных). Надо ломать стереотипы.
Автор Borovik
 - сентября 14, 2011, 18:30
Zhendoso, рәхим итеп ҡатнашығыҙ. Башҡортҡа сыуаш ят түгел инде  :yes:
Был ҡыҙыҡлы һөйләшеү, тик минеңсә башҡорт теленең көндәлек йәшәйешендә мөһимерәк тә һорауҙар барҙыр  :???

Сит телдәрҙән индерелер һүҙҙәргә килгәндә, минеңсә уларҙың кәрәклеге ҡайһы бер осраҡтарҙа, контексттарҙа юҡҡа сығыуы ла йыш ҡына осрай - башты эшләтеп, данлап уйлап ҡараһаң, тап башҡортса әйтеү юлы ла табыла торған
Автор Zhendoso
 - сентября 14, 2011, 18:22
Цитата: Comp1089 от сентября 14, 2011, 17:45
Цитата: Borovik от августа  9, 2011, 10:59
Пуризм менән шөғөлләнә башлар өсөн бар милләт теле берҙәм һәм ҡабул ителгән булыр тейеш ИМХО, юғиһә былай ҙә берҙәм рәүешкә тупланып етмәгән башҡорт теле даирәһе бөтөнләй тарҡалыуы бар.
Ошолай ҙа булырға мөмкин
Цитата: Ahtjamberg от августа  8, 2011, 19:07
Ғәрәп телдәрҙән дә алып була...
Цитата: Borovik от августа  9, 2011, 10:59
Минеңсә, башҡорт телен тулыштырыр өсөн ин башта татар, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ телдәрен ҡараштытыр кәрәк.
Миңә беренсе юл да, икенсеһе лә оҡшай. Баланс ҡына кәрәк.
Offtop
Посмотрите еще в сторону древнетюркского. Я хоть и не башкир, но неравнодушен к судьбам языков земляков. Имхо в древнетюркском еще неплохой потенциал сохраняется. К арабскому следует обращаться в последнюю очередь (если вопрос не религиозного плана, конечно). Боровик верно пишет, что сначала надо в родственных языках пошукать. Вы не сердитесь, что влезаю в ваш разговор, были б вы далекими узбеками - не влез бы, а все, что вы обсуждаете тут, почему-то  мне далеким и чужим не кажется.
Автор Zhendoso
 - сентября 14, 2011, 18:00
Цитата: Borovik от июля 29, 2011, 22:09
Мәҫәлән?
Ahtjamberg, исланд телен өйрәнәһегеҙме?
Просто потому что это один из самых "пуристских" языков в мире. В нем практически нет заимствований (кальки есть, правда), но все новые реалии образуются от исконных корней, как верно пишет  Ahtjamberg. 
Offtop
О, Небо! Оказывается, я неплохо понимаю письменную башкирскую речь.
Автор Comp1089
 - сентября 14, 2011, 17:45
Цитата: Borovik от августа  9, 2011, 10:59
Пуризм менән шөғөлләнә башлар өсөн бар милләт теле берҙәм һәм ҡабул ителгән булыр тейеш ИМХО, юғиһә былай ҙә берҙәм рәүешкә тупланып етмәгән башҡорт теле даирәһе бөтөнләй тарҡалыуы бар.
Ошолай ҙа булыуы мөмкин
Цитата: Ahtjamberg от августа  8, 2011, 19:07
Ғәрәп телдәрҙән дә алып була...
Цитата: Borovik от августа  9, 2011, 10:59
Минеңсә, башҡорт телен тулыштырыр өсөн ин башта татар, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ телдәрен ҡараштытыр кәрәк.
Миңә беренсе юл да, икенсеһе лә оҡшай. Баланс ҡына кәрәк.
Автор Comp1089
 - августа 25, 2011, 16:04
Цитата: Borovik от августа  9, 2011, 10:59
Цитата: Ahtjamberg от августа  8, 2011, 19:07Borovik, мәҫәлән, исланд телендә электр (rafmagn) - ғәрәбә көсө тип тәржемә ителә, ә батарея (rafgeymir) - ғәрәбә һаҡсыһы тип тәржемә ителә.
Гәрәбә (янтарь) мәғәнәһендәме???  :-\ Бик ҡыҙыҡ икән
Дөрөҫ, грек телендә ελεκτρον һүҙе ғәрәбә тигендә аңлата.
Автор Borovik
 - августа 9, 2011, 10:59
Цитата: Ahtjamberg от августа  8, 2011, 19:07
Borovik, мәҫәлән, исланд телендә электр (rafmagn) - ғәрәбә көсө тип тәржемә ителә, ә батарея (rafgeymir) - ғәрәбә һаҡсыһы тип тәржемә ителә.
Гәрәбә (янтарь) мәғәнәһендәме???  :-\ Бик ҡыҙыҡ икән

Цитата: Ahtjamberg от августа  8, 2011, 19:07
КИНО - тере һүрәттәр тип атайҙар.

Башҡортса  йәнһүрәт тигән һүҙ бар ҙа инде. Мин уны бик йәтеш неологизм тип күрәм.

Цитата: Ahtjamberg от августа  8, 2011, 19:07
Уларға ҡарап үҙ телемә лә шундай һүҙҙәр индерергә булдым. Үҙем генә түгел инде, йыйылышып))) Ғәрәп телдәрҙән дә алып була, үҙ телебеҙ менән һүҙҙәрҙә әйләндерергә була.  Теплоходты БАҺЫРА тип итер инем, магазинды - ӘЛМӘҪӘН тип, телефонды - БӘЙЛӘНСЕК тип атаринем һәм күп интернациональ һүҙҙәрҙе әйләндерергә була.

Ahtjamberg, һеҙ был һуҡмаҡтан тәү үтеүсе кеше түгелһегеҙ... Тел ғилемендә был пуризм, йәғни тел таҙалығын бағыу тип атала. Бындай ысулды күп телдәрҙә ҡулланып ҡарағандар ҙа инде - әлеге лә баяғы исланд теле быға сағыл миҫал булып тора.

Башҡорт теленә килгәндә, мин бындай ғәмәлде бик романтик һәм тормоштан алыҫ тип күрәм :no: Башҡорт теленең хәҙерге тормош-көнкүрешендә күпкә әһәмиәтле проблемалар бар. Мәҫәлән, әҙәби башҡорт теле урындағы ҡайһы бер башҡорттар тарафынан һаман да стандарт тел булараҡ ҡабул ителеп етмәгән. Пуризм менән шөғөлләнә башлар өсөн бар милләт теле берҙәм һәм ҡабул ителгән булыр тейеш ИМХО, юғиһә былай ҙә берҙәм рәүешкә тупланып етмәгән башҡорт теле даирәһе бөтөнләй тарҡалыуы бар. Ни өсөн тип һораһағыҙ, үҙ ҡарашымды ентеклеберәк итеп аса алам.

Телде үҫештереү бик тә йән атып торһағыҙ, мин һеҙгә башҡа йомоштар тәҡдим итә алам

PS. Ни өсөн баһыра, ни өсөн әлмәҫән? Башҡа төрки телдәргә ҡарағынығыҙ бармы? Минеңсә, башҡорт телен тулыштырыр өсөн ин башта татар, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ телдәрен ҡараштытыр кәрәк. Мәҫәлән, теплоход һүҙе ҡырғыҙса туранан-тура кеме була, йәиһә башҡортса "кәмә". Ни өсөн уны башҡорт теленә лә ошо бик тура һәм тәбиғи мәғәнәлә индермәҫкә? Минеңсә, бындай юл башҡорт теле өсөн күпкә тәбиғи һәм урынлы булыр ине.