Главное меню
Мы солидарны с Украиной. Узнайте здесь, как можно поддержать Украину.

Башҡорт теле

Автор Dana, апреля 2, 2007, 12:19

0 Пользователи и 1 гость просматривают эту тему.

Borovik

Ярай, яҙыу юлдары тураһында һөйләшеп алдыҡ ти. Әлегә ғәмәлдә булғанса яҙайыҡ тип тәҡдим итәм - минеңсә, ул уңайлы.
Бында ингеләп йөрөгәндәр бырмы?


Borovik


Comp1089

Цитата: Borovik от марта 21, 2011, 17:55
Ярай, яҙыу юлдары тураһында һөйләшеп алдыҡ ти.
:) täqdimdärem bar inde. Ä beräy älifbanıñ uñaylılığı/uñayhıđlığı turahında qullanılğanda ğına belä alabıđ, yuqmı?

Borovik

эйе, ризамын.

Практик яҡтан ҡарағанда, хәҙерге башҡорт яҙыуы минеңсә бик тә уңған, яңы юл-ысулдар уйлап тороу кәрәк түгелдер. Бөгөнгө көндә компьютерҙа ла уны ҡулланыу анһат

Ahtjamberg

Һаумыһығыҙ! Ысын, хәҙерге көндә компьютер менән күбеһе анһат! Дуҫтар, кем нимә уйлай икенсе телдәрҙән ингән һүҙҙәр тураһында?

Borovik

Сәләм!
Эйе, компьютер заманында күп эш-ҡылыҡтар анһатайып ҡалды.  :=
Цитата: Ahtjamberg от июля 29, 2011, 17:18
Дуҫтар, кем нимә уйлай икенсе телдәрҙән ингән һүҙҙәр тураһында?

Ҡайһы телгә, башҡортсағамы? Әллә ғөмүмән, бер телдән икенсе телгә ингән һәҙҙәр тураһындамы?

Ahtjamberg

Эйе, икенсе телдәрҙән башҡортсаға. Күп уйлап йөрөнөм дә, исланд телендә һымаҡ ингән һүҙҙәрҙе үҙ ыңғайыбыҙға әйләндерергә кәрәк тип уйлайым.

Borovik

Мәҫәлән?
Ahtjamberg, исланд телен өйрәнәһегеҙме?

Ahtjamberg

Borovik, хәҙерге ваҡытта скандинав телдәренән швед телен өйрәнәм, роман телдәрҙән испан һәь португал телдәрен өйрәнәм. А исланд телен тураһында ғына беләм. Бәлки киләсәктә өйрәнә башлармын. Яғымлы тел. Һин ниндәй телдәр беләһең?

Borovik

Ahtjamberg
Мин инглиз теленә тәржемәсе булып эшләйем. Нимес телен дә арыу ғына беләм

Швед телен мин бер аҙ ишеткәнем бар - ул да минә яғымлы күренде.

Цитироватьисланд телендә һымаҡ ингән һүҙҙәрҙе үҙ ыңғайыбыҙға әйләндерергә кәрәк тип уйлайым
Бер-ике миҫал күрһәтерһегеҙме?

Ahtjamberg

Borovik, мәҫәлән, исланд телендә электр (rafmagn) - ғәрәбә көсө тип тәржемә ителә, ә батарея (rafgeymir) - ғәрәбә һаҡсыһы тип тәржемә ителә. КИНО - тере һүрәттәр тип атайҙар. Уларға ҡарап үҙ телемә лә шундай һүҙҙәр индерергә булдым. Үҙем генә түгел инде, йыйылышып))) Ғәрәп телдәрҙән дә алып була, үҙ телебеҙ менән һүҙҙәрҙә әйләндерергә була.  Теплоходты БАҺЫРА тип итер инем, магазинды - ӘЛМӘҪӘН тип, телефонды - БӘЙЛӘНСЕК тип атаринем һәм күп интернациональ һүҙҙәрҙе әйләндерергә була.

Borovik

Цитата: Ahtjamberg от августа  8, 2011, 19:07
Borovik, мәҫәлән, исланд телендә электр (rafmagn) - ғәрәбә көсө тип тәржемә ителә, ә батарея (rafgeymir) - ғәрәбә һаҡсыһы тип тәржемә ителә.
Гәрәбә (янтарь) мәғәнәһендәме???  :-\ Бик ҡыҙыҡ икән

Цитата: Ahtjamberg от августа  8, 2011, 19:07
КИНО - тере һүрәттәр тип атайҙар.

Башҡортса  йәнһүрәт тигән һүҙ бар ҙа инде. Мин уны бик йәтеш неологизм тип күрәм.

Цитата: Ahtjamberg от августа  8, 2011, 19:07
Уларға ҡарап үҙ телемә лә шундай һүҙҙәр индерергә булдым. Үҙем генә түгел инде, йыйылышып))) Ғәрәп телдәрҙән дә алып була, үҙ телебеҙ менән һүҙҙәрҙә әйләндерергә була.  Теплоходты БАҺЫРА тип итер инем, магазинды - ӘЛМӘҪӘН тип, телефонды - БӘЙЛӘНСЕК тип атаринем һәм күп интернациональ һүҙҙәрҙе әйләндерергә була.

Ahtjamberg, һеҙ был һуҡмаҡтан тәү үтеүсе кеше түгелһегеҙ... Тел ғилемендә был пуризм, йәғни тел таҙалығын бағыу тип атала. Бындай ысулды күп телдәрҙә ҡулланып ҡарағандар ҙа инде - әлеге лә баяғы исланд теле быға сағыл миҫал булып тора.

Башҡорт теленә килгәндә, мин бындай ғәмәлде бик романтик һәм тормоштан алыҫ тип күрәм :no: Башҡорт теленең хәҙерге тормош-көнкүрешендә күпкә әһәмиәтле проблемалар бар. Мәҫәлән, әҙәби башҡорт теле урындағы ҡайһы бер башҡорттар тарафынан һаман да стандарт тел булараҡ ҡабул ителеп етмәгән. Пуризм менән шөғөлләнә башлар өсөн бар милләт теле берҙәм һәм ҡабул ителгән булыр тейеш ИМХО, юғиһә былай ҙә берҙәм рәүешкә тупланып етмәгән башҡорт теле даирәһе бөтөнләй тарҡалыуы бар. Ни өсөн тип һораһағыҙ, үҙ ҡарашымды ентеклеберәк итеп аса алам.

Телде үҫештереү бик тә йән атып торһағыҙ, мин һеҙгә башҡа йомоштар тәҡдим итә алам

PS. Ни өсөн баһыра, ни өсөн әлмәҫән? Башҡа төрки телдәргә ҡарағынығыҙ бармы? Минеңсә, башҡорт телен тулыштырыр өсөн ин башта татар, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ телдәрен ҡараштытыр кәрәк. Мәҫәлән, теплоход һүҙе ҡырғыҙса туранан-тура кеме була, йәиһә башҡортса "кәмә". Ни өсөн уны башҡорт теленә лә ошо бик тура һәм тәбиғи мәғәнәлә индермәҫкә? Минеңсә, бындай юл башҡорт теле өсөн күпкә тәбиғи һәм урынлы булыр ине.

Comp1089

Цитата: Borovik от августа  9, 2011, 10:59
Цитата: Ahtjamberg от августа  8, 2011, 19:07Borovik, мәҫәлән, исланд телендә электр (rafmagn) - ғәрәбә көсө тип тәржемә ителә, ә батарея (rafgeymir) - ғәрәбә һаҡсыһы тип тәржемә ителә.
Гәрәбә (янтарь) мәғәнәһендәме???  :-\ Бик ҡыҙыҡ икән
Дөрөҫ, грек телендә ελεκτρον һүҙе ғәрәбә тигендә аңлата.

Comp1089

Цитата: Borovik от августа  9, 2011, 10:59
Пуризм менән шөғөлләнә башлар өсөн бар милләт теле берҙәм һәм ҡабул ителгән булыр тейеш ИМХО, юғиһә былай ҙә берҙәм рәүешкә тупланып етмәгән башҡорт теле даирәһе бөтөнләй тарҡалыуы бар.
Ошолай ҙа булыуы мөмкин
Цитата: Ahtjamberg от августа  8, 2011, 19:07
Ғәрәп телдәрҙән дә алып була...
Цитата: Borovik от августа  9, 2011, 10:59
Минеңсә, башҡорт телен тулыштырыр өсөн ин башта татар, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ телдәрен ҡараштытыр кәрәк.
Миңә беренсе юл да, икенсеһе лә оҡшай. Баланс ҡына кәрәк.

Zhendoso

Цитата: Borovik от июля 29, 2011, 22:09
Мәҫәлән?
Ahtjamberg, исланд телен өйрәнәһегеҙме?
Просто потому что это один из самых "пуристских" языков в мире. В нем практически нет заимствований (кальки есть, правда), но все новые реалии образуются от исконных корней, как верно пишет  Ahtjamberg. 
Offtop
О, Небо! Оказывается, я неплохо понимаю письменную башкирскую речь.
Otız içip kıkralım,
Yokar kopıp sekrelim,
Arslan kebi kökrelim:
"Kaçtı sakınç!", sebnelim.
Вольный чуваш по воле Божьей.
Ездию в метре на кенгуре в пальте, совсем как в кине

Zhendoso

Цитата: Comp1089 от сентября 14, 2011, 17:45
Цитата: Borovik от августа  9, 2011, 10:59
Пуризм менән шөғөлләнә башлар өсөн бар милләт теле берҙәм һәм ҡабул ителгән булыр тейеш ИМХО, юғиһә былай ҙә берҙәм рәүешкә тупланып етмәгән башҡорт теле даирәһе бөтөнләй тарҡалыуы бар.
Ошолай ҙа булырға мөмкин
Цитата: Ahtjamberg от августа  8, 2011, 19:07
Ғәрәп телдәрҙән дә алып була...
Цитата: Borovik от августа  9, 2011, 10:59
Минеңсә, башҡорт телен тулыштырыр өсөн ин башта татар, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ телдәрен ҡараштытыр кәрәк.
Миңә беренсе юл да, икенсеһе лә оҡшай. Баланс ҡына кәрәк.
Offtop
Посмотрите еще в сторону древнетюркского. Я хоть и не башкир, но неравнодушен к судьбам языков земляков. Имхо в древнетюркском еще неплохой потенциал сохраняется. К арабскому следует обращаться в последнюю очередь (если вопрос не религиозного плана, конечно). Боровик верно пишет, что сначала надо в родственных языках пошукать. Вы не сердитесь, что влезаю в ваш разговор, были б вы далекими узбеками - не влез бы, а все, что вы обсуждаете тут, почему-то  мне далеким и чужим не кажется.
Otız içip kıkralım,
Yokar kopıp sekrelim,
Arslan kebi kökrelim:
"Kaçtı sakınç!", sebnelim.
Вольный чуваш по воле Божьей.
Ездию в метре на кенгуре в пальте, совсем как в кине

Borovik

Zhendoso, рәхим итеп ҡатнашығыҙ. Башҡортҡа сыуаш ят түгел инде  :yes:
Был ҡыҙыҡлы һөйләшеү, тик минеңсә башҡорт теленең көндәлек йәшәйешендә мөһимерәк тә һорауҙар барҙыр  :???

Сит телдәрҙән индерелер һүҙҙәргә килгәндә, минеңсә уларҙың кәрәклеге ҡайһы бер осраҡтарҙа, контексттарҙа юҡҡа сығыуы ла йыш ҡына осрай - башты эшләтеп, данлап уйлап ҡараһаң, тап башҡортса әйтеү юлы ла табыла торған

Zhendoso

Цитата: Borovik от сентября 14, 2011, 18:30
...Сит телдәрҙән индерелер һүҙҙәргә килгәндә, минеңсә уларҙың кәрәклеге ҡайһы бер осраҡтарҙа, контексттарҙа юҡҡа сығыуы ла йыш ҡына осрай - башты эшләтеп, данлап уйлап ҡараһаң, тап башҡортса әйтеү юлы ла табыла торған
Согласен, ресурсы башкирского (как и остальных тюркских) далеко не исчерпаны. Но сложилась ситуация, что производные от исконных корней, образованные средствами своего языка, кажутся нам более неестественными чем заимствования из совершенно чужих (типа нейтральных). Надо ломать стереотипы.
Otız içip kıkralım,
Yokar kopıp sekrelim,
Arslan kebi kökrelim:
"Kaçtı sakınç!", sebnelim.
Вольный чуваш по воле Божьей.
Ездию в метре на кенгуре в пальте, совсем как в кине

Borovik

Цитата: Zhendoso от сентября 14, 2011, 18:55
Цитата: Borovik от сентября 14, 2011, 18:30
...Сит телдәрҙән индерелер һүҙҙәргә килгәндә, минеңсә уларҙың кәрәклеге ҡайһы бер осраҡтарҙа, контексттарҙа юҡҡа сығыуы ла йыш ҡына осрай - башты эшләтеп, данлап уйлап ҡараһаң, тап башҡортса әйтеү юлы ла табыла торған
Согласен, ресурсы башкирского (как и остальных тюркских) далеко не исчерпаны. Но сложилась ситуация, что производные от исконных корней, образованные средствами своего языка, кажутся нам более неестественными чем заимствования из совершенно чужих (типа нейтральных). Надо ломать стереотипы.
Быныһын да тап дөрөҫ әйтәһегеҙ...
Бәхеткә, башҡорт теле япа-яңғыҙ түгел - тиҫтәләгән төрки телдәр һанынан бер нисәһе башҡортсаға бик тә яҡын, уларҙың тәжрибәһен өйрәнеү-үҙләштереү бик шәптән булыр ине.

Бығаса, тик татарсанан ғына ҡайһы бер неологизмдарҙы алып маташыуҙар булды - күбеһе уңышлы булып сыҡманы. Мәҫ. эйәрсен (тат. иярчен) һүҙе тегә тап ятманы - урыҫса спутник тип әйтеү беҙгә йәтешерәк күренә  :???

Пассатижи

Валентин әүлиәһе көнө менән ҡотлайым барығыҙҙы ла!
Ғғ Ҙҙ Ҡҡ Ңң Өө Ҫҫ Үү Һһ Әә

Borovik

Цитата: Пассатижи от февраля 14, 2014, 07:05
Валентин әүлиәһе көнө менән ҡотлайым барығыҙҙы ла!
;D
Изге Валентин булһа кәрәк

Быстрый ответ

Обратите внимание: данное сообщение не будет отображаться, пока модератор не одобрит его.

Имя:
Имейл:
Проверка:
Оставьте это поле пустым:
Наберите символы, которые изображены на картинке
Прослушать / Запросить другое изображение

Наберите символы, которые изображены на картинке:

√36:
ALT+S — отправить
ALT+P — предварительный просмотр